Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Декабрь 2023, 16:46

"Торатау" гәзитенә яҙылып, бүләкле булдылар!

Хөрмәтле яҡташтар!

"Торатау" гәзитенә яҙылып, бүләкле булдылар!
"Торатау" гәзитенә яҙылып, бүләкле булдылар!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә бөгөн, 20 декабрь, 15.00 сәғәттә төркөмдә тура эфирҙа "Торатау" гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр отторҙоҡ.

Әйткәндәй, тәүге бүләкте редакцияға килеп алып та киттеләр инде: Байғужа ауылынан Фәнилә Ғаяз ҡыҙы Камалова үтек отто.

- "Торатау" гәзитен электән алдырабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Бүләкте иһә беренсе тапҡыр оттом, - тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.

Дуҫтар! Яҙманы әле лә ҡарай алаһығыҙ. Бәхетле бүләк отоусылар араһында, бәлки, һеҙ ҙә барҙыр!

Бүләкте 27 декабргә тиклем килеп алыуығыҙ һорала. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алып килегеҙ.

 

Гөлнора Йәмилева фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: