Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ноябрь 2023, 20:30

Иң шәп өләсәй Биксәндә йәшәй!

Яҡташтар! Төркөмөндә иғлан иткән “Суперөләсәй” конкурсы тамам. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурсҡа районыбыҙҙың төрлө ауылдарында йәшәүсе береһенән береһе уңған, егәрле, һөйкөмлө өләсәйҙәр тураһында яҙмалар алдыҡ. 

Иң шәп өләсәй Биксәндә йәшәй!
Иң шәп өләсәй Биксәндә йәшәй!

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә Биксән ауылынан Рәмилә Баймырҙина (670 тауыш) еңеүсе булды. Ул 13 ейән-ейәнсәргә, 2 бүләсәгә бәхетле өләсәй!

Рәмилә Ғарифулла ҡыҙын бүләкләү өсөн редакцияла көтөп ҡалабыҙ. 

Һөҙөмтәләр ошонда: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll6554623b37fad299608d9c90

Әйткәндәй, бөгөн "Беҙҙең Башҡортостан" төркөмөндә республика кимәлендә тауыш биреү башланды. Унда беҙҙең еңеүсебеҙ ҙә ҡатнаша.

#суперөләсәй

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: