Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Ноябрь 2023, 11:00

Бүләккә – гәзит!

Башҡортостанда “Изге яҙылыу” акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ хеҙмәт ветерандарының, күп балалы ғаиләләрҙең, тыл хеҙмәтсәндәренең ғаиләләренә республика гәзит-журналдарына яҙылыу ойошторола.

Бүләккә – гәзит!
Бүләккә – гәзит!

“Изге яҙылыу” акцияһының инициаторҙары - Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Эстафетаны республиканың ҡала һәм райондары башлыҡтары, депутаттар, предприятие һәм учреждение етәкселәре һәм коллективтары, битараф булмаған кешеләр дауам итә. Күптән түгел акцияла Ишембай районынан һайланған Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов менән муниципаль район башлығы Азат Ишемғолов ҡатнашты. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бер нисә ғаиләһе өсөн “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәренә яҙылды.

Ошондай бүләк ярҙамында яугирҙарыбыҙҙың атаәсәләре, ҡатындары һәм туғандары Ишембайҙа һәм районда булған яңылыҡтар һәм төп ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар буласаҡ. Республикабыҙҙа Ватанды һаҡлаусы ирегеттәрҙең ғаиләләре хаҡында күп яҡлы хәстәрлек күрелә, шул иҫәптән мәғлүмәти ярҙам күрһәтелә.

Акцияға битараф булмаған һәр кем ҡушыла һәм баҫмаларҙы бүләк итеп яҙҙырта ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренең исемлеге “Торатау” гәзите редакцияһында бар. Акцияла ҡатнашыу өсөн ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ – Совет урамы, 88, беренсе ҡат. Телефон 4-11-80.

Автор:С. КРАСНИЦКИЙ.
Читайте нас: