Матбуғат
29 Октября 2023, 13:00

Райондың иң шәп өләсәйе кем?

Бала саҡты нимә иң тәмле, ғәмһеҙ, яҡты итә? Өләсәйле, олатайлы булыуың, әлбиттә! Уларҙың йылы устары, йомшаҡ ҡараштары, аҡыллы кәңәштәре йөрәктә урын ала.

Райондың иң шәп өләсәйе кем?Райондың иң шәп өләсәйе кем?
Райондың иң шәп өләсәйе кем?

Төркөмдәштәребеҙ араһында яңы фотоконкурс иғлан итәбеҙ. Тырыш, һәр яҡлап та уңған яҡташтарыбыҙҙы күрһәтеү маҡсатынан уны "Суперөләсәй" тип атаныҡ!

Үҙегеҙ, яратҡан шөғөлөгеҙ тураһында бер аҙ яҙма менән фотоғыҙҙы 14 ноябргә тиклем беҙгә ебәрегеҙ. Аҙаҡ 15-19 ноябрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Аҙаҡ еңеүсебеҙ республика кимәлендә үтәсәк тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ.

Беҙҙең төркөмдә еңеү яулаған иң шәп өләсәйҙе редакцияның махсус бүләге көтә.

Ейән-ейәнсәрҙәр, конкурсҡа яҙмаларығыҙҙы ебәрә һалығыҙ!

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

#суперөләсәй

Автор:
Читайте нас