Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Сентябрь , 13:00

Конкурс еңеүсеһе билдәле

Сентябрь айында “Торатау” гәзитенең Бәйләнештә сайтындағы төркөмөндә «Йырлы күңел - нурлы күңел» йыр бәйгеһен ойошторҙоҡ.

Конкурс еңеүсеһе билдәле
Конкурс еңеүсеһе билдәле

Беренселәрҙән булып конкурсҡа Ә.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияинтернаты уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин «Нурлы бала саҡ» йыры менән ҡушылды. Башҡа йылдарҙа ла редакция ойошторған йыр конкурстарында әүҙем ҡатнашыусы яҡташыбыҙ - Түбәнге Әрмет ауылынан Минебай Хәлитов та ситтә ҡалманы, ике видеояҙма ебәрҙе.

Уразбай ауылынан Сәриә Вәлиева башҡарыуында «Ишкәксе ҡарт» башҡорт халыҡ йырын да ихлас ҡабул итте төркөмдәштәр.

15-19 сентябрҙә иһә сайтта ойошторолған тауыш биреүҙә Ишәй ауылынан талантлы яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр шағирә, авторбашҡарыусы Рузалиә Ниғмәтуллина 82 тауыш йыйып, еңеүсе булды. Уны ошо көндәрҙә редакцияға саҡырып, постель йыйылмаһы менән бүләкләнек. Әйткәндәй, Рузалиә апай “Торатау” гәзите уҙғарған төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша.

- Төркөмдә төрлө ҡыҙыҡлы бәйгеләр үткәреп тораһығыҙ. Бындай бүләкте көтмәгәйнем дә, рәхмәт һеҙгә, тағы ла ҡатнашырмын, – ти Рузалиә апай.

Шулай уҡ конкурста әүҙем ҡатнашып, 76 тауыш йыйған Илнур Ғөбәйҙуллинды ла иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ - редакцияның махсус бокалын тапшырҙыҡ. Әлеге мәлдә Бәйләнештә сайтындағы «Беҙҙең Башҡортостан» төркөмөндә конкурстың республика этабы бара. Унда беҙҙең еңеүсе Рузалиә Ниғмәтуллина ла ҡатнаша. Яҡташыбыҙ өсөн 12 октябргә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсене аҡсалата приз көтә.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в