

«Йырлы күңел - нурлы күңел» тип атаныҡ уны.
Бөгөндән алып 14 сентябргә тиклем һеҙҙән яңғыҙ башҡарыуҙа йыр видеояҙмаһын көтәбеҙ! Башҡарыусы менән ҡыҫҡаса таныштырып, тулы исем-шәрифен, ҡайҙан икәнен яҙырға онотмағыҙ.
Еңеүсене махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү аша бергәләп билдәләйәсәкбеҙ. Тауыш биреү 15-19 сентябрҙә барасаҡ. Еңеүсене редакцияның махсус бүләге көтә!
Артабанғы этап 20 сентябрь-12 октябрь «Беҙҙең Башҡортостан» төркөмөндә үтәсәк, унда беҙҙең кеүек район гәзиттәре ойошторған этапта еңеүселәр ҡатнаша.
Уңыштар теләйбеҙ, талантығыҙ халыҡҡа хеҙмәт итһен, туған моңдарҙы танытһын!
#йырлы_күңел_нурлы_күңел