Матбуғат
29 Июнь 2023, 12:00

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә!

Бөгөн редакциябыҙҙа ҡәҙерле ҡунаҡтар - почтальондар булды. 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына "Торатау" гәзитенә иң күп яҙҙыртыу конкурсына йомғаҡ яһаныҡ.

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә!Рәхмәтлебеҙ һеҙгә!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә!

Еңеүсе кем тиһегеҙме? Өлгөр ҙә, ихлас күңелле лә Фирҙәүес Кинйәбулатова! Этҡол ауылының бер өлөшөнә, Аҙнай, Хажыға гәзит-журналдар ташыусы почтальон 108 дана "Торатау" гәзитен яҙҙыртҡан. Бөтәһе Этҡол ауылы почта бүлексәһендә 157 дана "Торатау" алдыралар.

Икенсе урында - Һайрандан Гөлфиә Ғәлимова (71 дана), өсөнсө урында - Әхмәрҙән Лилиә Минеғолова. Маҡарҙан Әлиә Баймырҙина менән Ҡолғонанан Әҡлимә Ғәйнетдинова дүртенсе һәм бишенсе урындарҙы булеште.

Беренсе һәм икенсе урын алыусы почтальондарыбыҙға "Торатау" гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Артыҡаева аҡсалата бүләк, ә башҡаларға үтек һәм сәйнүк тапшырҙы. Ул төп ярҙамсыларыбыҙ булып торған почтальондарға яҡташтар араһында милли баҫманы таратҡандары өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдереп, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләне.

- Һәр көнөм иртәнге сәғәт биштә башлана: һыйыр һауам, малды көтөүгә ҡыуам, аҙаҡ һөттө эшкәртеп ҡаймаҡ, ҡорот эшләйем, - тип уртаҡлашты Фирҙәүес апай. - "Торатау"ҙа баҫылып сыҡҡан Мөҙәрис Багаевтың булған хәлдәрен яратып уҡый торғайны халыҡ. Шуның кеүек халыҡсан хикәйәләрҙе йышыраҡ ҡуйһағыҙ ине. Бигерәк тә Яңы йыл байрамдары осоронда хикәйәләрҙе күберәк ҡуйырға кәрәк. Беҙгә ауыл кешеләре тураһында яҙған мәҡәләләр яҡыныраҡ, ҡыҙығыраҡ. Хәҙер ауылдарҙа ҡаланан ҡайтып йәшәүселәр күп, уларҙы гәзиткә яҙҙыртыуы ҡыйыныраҡ. Шулай ҙа һәр кемдең күңеленә хуш килерҙәй йылы һүҙҙе табырға тырышам. Ял көнө тип тормайым, йорттар буйлап йөрөп гәзит-журналдарға яҙҙыртам.

Фирҙәүес Хөсәйен ҡыҙы һүҙҙәренсә, өлкән йәштәге инәй-бабайҙар гәзиттең һәр һанын ҡапҡа төбөнә үк сығып көтөп ала. Аҙнайҙа йәшәүсе 91 йәшлек Зинур Ғәлин, Хажынан Маһизар Таштимерова тап шундайҙарҙан.

Әйтергә кәрәк, Фирҙәүес апайҙың әсәһе лә почтальон була. Ул үҙе өс йыл ғына был вазифала эшләһә лә, яҡташтар уны көтөп ала. 

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, почтальондар! Артабан да шулай бергә булайыҡ, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашып йәшәйек!

 

Автор фотолары.

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас