

21 тауыш йыйған Әлиә Хәлиуллина – өсөнсө, 48 тауыш менән Аделина Дәүләтова – икенсе булһа, 105 тауыш йыйған Наҙгөл Хәйруллина еңеү яуланы.
Ҡыҙ әсәһе менән редакцияға килеп бүләген алып китте. Уға Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гагарин исемендәге паркка 1000 һумлыҡ сертификат һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Наҙгөл Ә.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияинтернатының 4-се класын тамамлаған.
- Конкурс үтеүе тураһында әсәйем әйтте. Мин һүрәт төшөрөргә яратам. Шуға ла үҙемде был бәйгелә һынап ҡарарға булдым. Конкурс башланғанда шифаханала инем әле. Һүрәтте унда уҡ төшөрә башланым. Шифаханала ла рәсем буйынса ярышта беренсе урынға сығып, китап менән бүләкләндем. “Торатау”ҙың конкурсына милли геройыбыҙ С.Юлаев һәйкәлен төшөрҙөм һәм еңеүсе булдым. Мин бик шатмын һәм ҙур рәхмәтлемен, - ти йәш рәссам.
Автор фотоһы.