Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Апрель 2023, 11:45

"Кадрҙа - яҙ һулышы" фотоконкурсы

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Быйылғы яҙ иртә килде. Тирә-яҡта ҡар ҡалманы тийерлек. Йәшел үлән, тәүге сәскәләр, ағастарҙа бөрөләр күренә башланы. Яҡташтарыбыҙ дәррәү өмәләргә сыға, баҡса эшенә тотона. Ошо мәлде күҙ уңында тотоп "Кадрҙа - яҙ һулышы" тип аталған яңы фотоконкурс иғлан итәбеҙ.

"Кадрҙа - яҙ һулышы" фотоконкурсы
"Кадрҙа - яҙ һулышы" фотоконкурсы

Бөгөндән алып 24 апрелгә тиклем һеҙҙән яҙҙы сағылдырған матур фотолар ҡабул итәбеҙ. 25-29 апрелдә "Торатау" гәзите сайтында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакцияның махсус бүләге көтә!

Яҙҙы бергәләп сәләмләйек, дуҫтар!

#кадрҙа_яҙ_һулышы

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: