Ишембайҙарҙы “Гүзәлдәрҙән гүзәл” фотоконкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бөгөндән алып 28 февралгә тиклем һеҙҙән фотолар көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ тураһында бер аҙ яҙма ла яҙырға онотмағыҙ. Аҙаҡ иһә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында “Торатау” гәзите еңеүсеһе билдәләнәсәк. Еңеүсене редакцияның махсус бүләге көтә.
Артабан муниципаль этап еңеүсеһе (27 марттан 24 апрелгәсә) үҙ көсөн республика кимәлендә “Беҙҙең Башҡортостан” төркөмдә һынап ҡараясаҡ.
Фото редакция архивынан.