Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Декабрь 2022, 12:00

Гәзиттән бүләк алыу – ҡыуаныс

Үткән аҙнала 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына “Торатау” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында бүләктәр уйнаттыҡ. Дүшәмбе, 26 декабрҙә, тәүге бүләк отоусыбыҙ һаулыҡ һорашып килеп тә инде.

Гәзиттән бүләк алыу – ҡыуаныс
Гәзиттән бүләк алыу – ҡыуаныс

- “Торатау”ҙы бик күптән алдырабыҙ. Бер йыл ниндәйҙер сәбәптән яҙылмай ҡалғанбыҙ, күңелдә бушлыҡ булғандай тойолдо. Икенсе йылына йәһәт кенә ҡабат яҙыла һалдыҡ. “Восход” гәзитен дә алдырабыҙ. Электән “Киске Өфө”гә, хәҙер ике йыл “Йәшлек”кә яҙылабыҙ. Гәзиттәрҙең бер битен дә ҡалдырмай уҡып барам. “Торатау”ҙан район яңылыҡтарын уҡып беләбеҙ. Маҡарҙан Рәдис Дусалиндың тарихи мәҡәләләре бик оҡшай. Шуның кеүек ер-һыу атамаларына ҡағылышлы, ауылдар тарихын сағылдырған мәҡәләләр күберәк баҫылып сыҡһа гәзит тағы ла байып, уҡымлыраҡ булып китер ине, - тип уртаҡлашты Аҙнай ауылынан бысаҡтар йыйылмаһын отоусы Минеғәли Кинйәбулатов. Әйткәндәй, Минеғәли Абдрахман улы район баҫмаһын оҙаҡ йылдар алдырһа ла, бүләк уйнатыуға квитанция күсермәһен тәүге тапҡыр ебәргән булған һәм бәхет тап үҙенә йылмайған.

- Эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ-сәләмәтлек, Яңы йылда барыһына ла именлек теләйем! - тигән теләктәрен дә еткерҙе ул.

Уның артынса редакцияға Уразбай ауылынан Рәшиҙә Ғүмәрова килеп етте. Уға бүләккә зауыҡ менән биҙәлгән матур сәйнүк тапшырҙыҡ.

- Уҙған йома көндө күршеләрем һөйөнсөләп, «Торатау» гәзите бүләген отҡанһың, тип шатландырҙы. «Торатау»ҙы беҙ алдырмай ҡалған юҡ. Шулай уҡ «Өмөт» гәзитенә лә яҙылабыҙ. Бүләк алыуыма бигерәк шатмын. Ҡайтып тәмләп сәй эсәбеҙ инде, - тип уртаҡлашты ул.

Рәшиҙә Ғарифулла ҡыҙы улы Камил менән бер йортта донъя көтә. Мал-тыуар аҫырай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Рәшиҙә апай колхозда тырышып эшләй, аҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтендә хеҙмәт итә.

Ҡалған бүләк отоусыларҙы ла редакцияла көтөп ҡалабыҙ.


Автор фотолары.

Гәзиттән бүләк алыу – ҡыуаныс
Гәзиттән бүләк алыу – ҡыуаныс
Гәзиттән бүләк алыу – ҡыуаныс
Гәзиттән бүләк алыу – ҡыуаныс
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: