Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Декабрь 2022, 14:00

Ярҙамсыл булып үҫһен балалар

Уҙған йәкшәмбе иң матур байрамдарҙың береһе – Әсә көнөн билдәләнек. Шул уңайҙан гәзитебеҙҙең Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөндә “Әсәйем менән бешерәм” фотоконкурсын ойошторғайныҡ.

Ярҙамсыл булып үҫһен балалар
Ярҙамсыл булып үҫһен балалар

Тәүге көндән үк бик күп уңған ярҙамсыларҙан фото, видеояҙмалар алып ҡыуандыҡ. Афарин, балалар, һәр саҡ шундай тырыш, ярҙамсыл, егәрле булығыҙ!

Ишембайҙа йәшәүсе биш йәшлек Вилдан Ғилманов әсәһе менән баллы торт бешерергә оҫта икән. Лия менән Тимерлан Кашаповтар өләсәйҙәренә ашһыу бүлмәһендә ярҙамлаша. Амелия менән Ильяс Килдеғужиндар, Алтынай менән Аслан Әхмәровтар, Самир Ҡәҙерғолов, Гүзәл Килдеғужина һәм башҡа өлгөр ҡыҙҙар-малайҙар әсәйҙәренең ярҙамсылары булып үҫеп килә.

23-25 ноябрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә 585 тауыш менән Яңы Георгиевка ауылынан Әминә һәм Рамазан Рәхмәтуллиндар еңеүсе булды! 400 тауыш йыйыусы Сафия менән Йәсминә – икенсе, 345 тауыш менән Алтынай һәм Әминә Аралбаевалар өсөнсө урынға сыҡты. Ошо көндәрҙә еңеүсе Рамазан һәм Әминә редакцияға әсәйҙәре Гөлназ менән ҡунаҡҡа инеп сыҡты. Уларға Салауат ҡалаһында урынлашҡан GALAXY ғаилә менән күңел асыу үҙәгенә сертификат, ә әсәйҙәренә бағыусыбыҙ Ләйсән Әлибаева эшләгән гөлләмә бүләк иттек.

Гөлназ һәм Айбулат Рәхмәтуллиндар быйыл ғына Яңы Георгиевка ауылында ике ҡатлы йорт һалып сыҡҡандар. Гөлназ сығышы менән Бөрйән районы ҡыҙы, Айбулат – Ейәнсуранан. Гөлназ Ишембайҙың балалар сәнғәт мәктәбендә һәм 2-се башҡорт гимназия-интернатында вокал уҡытыусыһы булып эшләй. Өлкән улдары Айназ һөнәр алып, Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Азамат – һигеҙенсе, Әминә икенсе класта уҡый, 4 йәшлек Рамазан балалар баҡсаһына йөрөй.

- Ғаиләмә тәмле итеп ашарға әҙерләү – минең яратҡан шөғөлөм. Бер генә көн дә ҡамыр ашы бешермәй ҡалғаным юҡ. Туғандар-таныштар йыш ҡына миңә рецептар һорап мөрәжәғәт итә. Хатта, интернетта үҙ блогыңды алып бар, тип тә тәҡдим итәләр, - тип йылмая Гөлназ. – Һеҙ үткәргән фотоконкурста беҙҙең өсөн тауыш биреүселәрҙең күпселеге таныш булмаған кешеләр. “Һеҙҙең бешергән аштарығыҙҙы интернетта күҙәтеп барабыҙ”, - тип комментарийҙар яҙыусылар булды. Беҙҙе дәртләндереүсе туғандарға, дуҫтарға, коллегаларға һәм таныштарға ҙур рәхмәт!

Гөлназ бәләкәй сағында күберәк Маһира өләсәһе янында йөрөүөн иҫкә алды. Өләсәһе лә, әсәһе лә бешеренеүгә оҫта була.

- Әминә ҡыҙымды биш йәшендә үк ҡамыр баҫырға өйрәттем. Хәҙер ҡыҙым ғына түгел, Рамазан улым да ярҙамлашып маташа. Билмәнде оҫта, матур итеп эшләйҙәр. Иң яратҡан ризыҡтары - манты, ваҡ бәлеш, чебурек, ҡоймаҡ, еләкле бөйөрөктәр. Шуға ла беҙҙең ғаиләлә иң күп киткәне: фарш, он, көнбағыш майы. Балалар буҙа эсергә лә ярата, уны үҙем әҙерләйем. Йәйен урамдағы мейестә хуш еҫле, ҡабарып торған ауыл икмәген бешерәм. Аш-һыу бүлмәһендә иһә һәр саҡ Юлдаш радиоһы эшләп тора. Беҙ ҙә ҡушылып йырлап ебәрәбеҙ, - ти Гөлназ.

Әйткәндәй, Әминә өс йәшенән бейеү түңәрәгенә йөрөһә, Азамат менән Рамазан бик матур йырлай. Шулай һәр бер яҡты көнгә ҡыуанып йәшәй Рәхмәтуллиндар.


Гөлназ ИШЕМБАЕВА фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: