Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Ноябрь 2022, 17:00

Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!

Был йәкшәмбе Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо матур байрам уңайынан төркөмдә “Әсәйем менән бешерәм” фотоконкурсын ойоштороп ебәрҙек.

Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!

Бик күп уңған ярҙамсыларҙан фото-видеолар алып ҡыуандыҡ. Афарин, һәр саҡ шундай тырыш, ярҙамсыл, егәрле булығыҙ!  

Биш йәшлек Вилдан Ғилманов әсәһе менән баллы торт бешерергә оҫта икән. Лия һәм Тимерлан Кашаповтар - өләсәһе, Ильяс һәм Амелия Килдеғужиндар, Аслан һәм Алтынай, Самир Ҡәҙерғолов, Гүзәл Килдеғужина һәм башҡа тырыш ҡыҙҙар-малайҙар - әсәйҙәренең төп ярҙамсылары икән.

23-25 ноябрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә 585 тауыш менән Яңы Георгиевка ауылынан Рамазан менан Әминә Рәхмәтуллиндар еңеүсе булды. 400 тауыш менән - Сафия һәм Йәсмина - икенсе, 345 тауыш менән Алтынай һәм Әминә Аралбаевалар өсөнсө булды.

Еңеүселәребеҙ - Рамазан менән Әминәгә, улрҙың әсәһе Гөлназ Абдуллинаға бағымсыбыҙ Ләйсән Әлибаева һабындан эшләгән гөлләмә һәм Салауат ҡалаһында урынлашҡан GALAXY ғаилә менән күңел асыу үҙегәнә бер мең һумлыҡ сертификат тапшырасаҡбыҙ!

 

Һөҙөмтәләр: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll637d965b070da7913c442be4

#әсәйем_менән_бешерәм

 

Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: