Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Ноябрь 2022, 12:00

“Торатау”ҙан айырылған юҡ”, - тиҙәр Һайран уҡытыусылары

“Торатау” гәзитенә яҙылыу эстафетаһы дауам итә. Был аҙнала юлыбыҙ Һайран мәктәбенә төштө.

“Торатау”ҙан айырылған юҡ”, - тиҙәр Һайран уҡытыусылары
“Торатау”ҙан айырылған юҡ”, - тиҙәр Һайран уҡытыусылары

- Коллегаларыбыҙ – Этҡол ауылы мәктәбенән эстафетаны ихлас ҡабул иттек, сөнки район баҫмаһына бер ҡасан да яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ! Һәр кемебеҙ уны бер тында уҡып сыға. Ғөмүмән, уҡытыусы өҫтәлендә һәр ваҡыт республика, район гәзит-журналдары булырға тейештер, тигән фекерҙәмен, - ти Һайран мәктәбе директоры
Гөлнур Әхмәҙи ҡыҙы Минебаева. – Әлбиттә, заманаһына күрә күпселек яңылыҡтарҙы “эҫе” көйөнсә “Торатау”ҙың Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөнән уҡып барабыҙ. Шулай ҙа ҡағыҙға баҫылған һүҙ ҡәҙерлерәк. Яҡташтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ ҡыуаныстарын уҡып һөйөнәбеҙ, булған хәлдәр, очерк, хикәйәләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ.

Әйткәндәй, мәктәптә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу эшен башҡорт теле уҡытыусыһы Лина Дәминова ойошҡанлы алып бара. Уҡытыусылар шулай уҡ бүләк отошта ҡатнашыу өсөн үҙ квитанциялары күсермәләрен редакцияға ебәргән дә инде. Гәзиттең артабан да халыҡ тарафынан уҡымышлы булып сығыуын теләй һайрандар.

Бөгөн Һайран мәктәбендә Һайран, Арлар, Биксән, Бәләкәй Мәҡсүт ауылдарынан 31 бала белем ала. Коллективта 17 кеше. Һәр береһе – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Бала күңеленә тыуған телгә, ергә, йолаларына һөйөү, хөрмәт хисен һалып, етди фәндәрҙән төплө белем биреп, үҙ фекерле, маҡсатлы уҡыусылар үҫтерәләр бында.


Автор фотолары.

“Торатау”ҙан айырылған юҡ”, - тиҙәр Һайран уҡытыусылары
“Торатау”ҙан айырылған юҡ”, - тиҙәр Һайран уҡытыусылары
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: