Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Ноябрь 2022, 16:00

Сәфәрҙән ҡыуанып һәм дәртләнеп ҡайттыҡ!

«Торатау» гәзитенә яҙылыу эстафетаһын биксәндәрҙән Этҡол ауылы мәктәбе ҡабул итеп алғайны. Ишектән үк, беҙ баҫмаға һәр саҡ 100 процентҡа яҙылабыҙ, тип ҡаршы алды белем биреү учреждениеһының татыу коллективы.

Сәфәрҙән ҡыуанып һәм дәртләнеп ҡайттыҡ!
Сәфәрҙән ҡыуанып һәм дәртләнеп ҡайттыҡ!

Уҡытыусылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр менән яҡындан танышып аралашҡанда ҡапыл студент саҡта ауыл мәктәбендә практика үткән мәлдәр иҫкә төштө. Уҡыусыларҙың «апа» тип кем уҙарҙан ҡул күтәреүҙәре, кабинеттарҙан коридорға яңғыраған тауыштар – бөтәһе лә күңелгә шундай танһыҡ. Итәғәтле һәм алсаҡ күңелле ауыл халҡына ғына хас һулыш тойола бында.

- Күреүегеҙсә, беҙҙең ярайһы ғына ҙур коллектив – берҙәм һәм әүҙем. «Торатау» - ул беҙҙең уҡытыусыларҙың өҫтәл гәзите. Баҫма менән элекэлектән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп киләбеҙ. Редакция тапшырған Почет грамоталары, рәхмәт хаттары гел түрҙә һаҡлана - тип ихлас уртаҡлашты Этҡол ауылы мәктәбе директоры, юғары категориялы география уҡытыусыһы Дамир Баһауетдинов. – Гәзиткә әйтер һүҙебеҙгә килгәндә, тарих, топонимика буйынса ла мәҡәләләр күрергә теләр инек. Шуға ла ауылдарҙың тарихын, атамаларҙың этимологияһын яҡшы белгән яҡташтарҙы әүҙем яҙышырға саҡырам. Был архив һәм киләсәк быуын өсөн кәрәк.

Бына шундай йылы һүҙҙәр менән оҙатып ҡалды редакция хеҙмәткәрҙәрен Дамир Сәхиулла улы. Гәзит уҡыусыларҙың ошондай ололарса хәстәрлеге һәм дуҫтарса мөнәсәбәте беҙгә лә артабан эшләргә көс-дәрт өҫтәне.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә этҡолдар, «Торатау» гәзитенә яҙылыу эстафетаһын Һайран мәктәбенә тапшырҙыҡ, тип ҡыуаныслы хәбәр ебәрҙе.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: