0 °С
Болотло
Унда нисек ҡатнашырға? Әсәйегеҙ менән бергәләп бешергән аҙыҡты тотоп фотоға төшөргә, әсәйегеҙ тураһында бер аҙ яҙып беҙгә ебәрергә. Шулай уҡ тәмлекәс рецебы менән уртаҡлашһағыҙ ҙа бик яҡшы булыр!
Фотоконкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы бөгөндән алып 22 ноябргә тиклем ҡабул ителә. 23-25 ноябрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Иң күп тауыш йыйған еңеүсене һәм уның әсәһен редакцияның махсус бүләге көтә.
Беҙҙең фотоконкурс - әсәйҙәрҙе ҡотлап, уға һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге.
Фотола яҡташыбыҙ Гөлнара Әхмәтова улы Сыңғыҙ менән.