+1 °С
Болотло
Тәүге көндән үк беҙҙең фотоконкурсты машина йөрөтөүсе гүзәл заттар ихлас ҡабул итеп, “тимер ат”тары эргәһендә төшкән фото ебәрә башланы. Бер аҙнала 31 водителдән ҡатнашыуға ғариза алдыҡ.
Шулай итеп, 30 октябрь - 1 ноябрь төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә Ишембайҙан Регина Адиева 739 тауыш менән еңеүсе булды. Бүләкте тап килтереп һайлап, ҡалабыҙҙа урынлашҡан машина йыуыу комплексына 1500 һумға сертификат тапшырасаҡбыҙ. Тауыш биреүҙә бөтәһе биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Һөҙөмтәләр: https://vk.com/gazeta_toratay?w=app7198399_-23747558
Юлдарығыҙ һикәлтәһеҙ, тигеҙ һәм хәүефһеҙ булһын!