

Гәзиткә яҙылыусылар араһында һәр ваҡыттағыса бүләктәр уйнатыу ойошторола. Үтек, плед, электр сәйнүге, таба, таҫтамалдар наборы һәм башҡа көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар оторға теләһәгеҙ, гәзиткә яҙылып квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға килтерегеҙ йәки почта аша һалығыҙ (Совет урамы, 88-се йорт, “Торатау” гәзите редакцияһы), шулай уҡ toratau@mail.ru электрон почта адресына ебәрһәгеҙ ҙә була. Бәйләнеш өсөн телефон номерығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ. Квитанциялар күсермәһе
21 декабргә тиклем ҡабул ителә. Бүләктәр 22 декабрҙә уйнатыласаҡ.
Бөгөнгө көндә “Торатау” гәзитенә почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы 1032 һум 48 тин тора. Ташламаға хоҡуғы булғандар өсөн – 967 һум 62 тин.
Ҡалала һәм Тирмән-Йылға, Смаҡай, Кузьминовка, Перегонный кеүек ҡала яны ҡасабаларында йәшәүселәр гәзиткә редакцияға килеп яҙыла ала. Адресыбыҙ: Совет урамы, 88- се йорт, 1-се ҡат (гәзиткә яҙылыу бүлеге). Был осраҡта гәзиткә яҙылыу осһоҙораҡҡа төшә: ташламалар менән ҡулланыусылар өсөн – 774 һум, ҡәҙимге хаҡы – 798 һум, юридик шәхестәр өсөн 864 һум. Гәзитте редакцияға килеп алырға ризаһығыҙ икән, 654 һумға яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ электрон подписка ла эшләргә була. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 744 һум 48 тин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 4-11-80 телефоны аша алырға мөмкин.
реклама