Матбуғат
28 Октябрь 2022, 08:00

Беҙгә хеҙмәттәшлек итеү – ҡыуаныслы!

Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы – Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә белем биреү төркөмө «Гәзиткә яҙылыу эстафетаһын Әхмәр ауылы мәктәбенән ҡабул итеп алдыҡ» - тигән хәбәре менән уртаҡлашып һөйөндөрҙө.

Беҙгә хеҙмәттәшлек итеү – ҡыуаныслы!Беҙгә хеҙмәттәшлек итеү – ҡыуаныслы!
Беҙгә хеҙмәттәшлек итеү – ҡыуаныслы!

Бөгөнгө көндә ҡаланың башҡорт балалар баҡсаһы туған телде үҫтереү буйынса үҙ иңендә ҙур яуаплылыҡ тоя. Бында ошо йүнәлештә "Ҡаҙ өмәһе", "Бәпес күреү", "Ҡатыҡ тәмләү", "Кәкүк сәйе", "Ҡарға бутҡаһы" кеүек милли халыҡ байрамдарына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҙур иғтибар бирелә. Әлбиттә, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо сараларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙаныштарын баҫма биттәрендә даими яҡтыртып торабыҙ.

- «Торатау» гәзитенә эштә лә, өйҙә лә яҙылғанбыҙ. Шуға күрә яңылыҡтарҙы иң тәүҙә балалар баҡсаһында беләбеҙ, өйгә ҡайтҡас, ҡалғандарын уҡыйбыҙ, - тип ихлас уртаҡлашты өлкән тәрбиәсе Светлана Хәйруллина. – Башҡорт телендә бындай баҫманың булыуы беҙҙең эш өсөн дә әһәмиәтле – тәрбиәселәр ғилми мәҡәләләрен баҫтыра һәм редакция ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ гәзиттән тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡағылышлы күп материалдарҙы ҡулланабыҙ. Муниципаль райондың башҡа балалар баҡсаһында эшләүсе коллегаларыбыҙҙың ҡаҙаныштарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барабыҙ.

Әйткәндәй, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре гәзиткә яҙылыу эстафетаһын Биксән ауылы мәктәбенә тапшырҙы. Биксәндәрҙе «Торатау» биттәрендә ҡунаҡҡа көтөп ҡалабыҙ! Хеҙмәткәрҙәрҙең эшендә, планлаштырылған проекттарында уңыштар юлдаш булһын, коллективҡа һөҙөмтәле эш теләйбеҙ!

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас