

"Шаяртып әйткәндә, машинала тыуғандан бирле йөрөгән һымаҡ, стажым 22 йыл да булып киткән. Машинам менән бер бөтөн, Аллаға шөкөр! Уны "бәләкәсем" генә тип йөрөтәм. Өс бала әсәһе булараҡ, техникам ныҡлы ярҙам итә миңә: мәктәпкә, секцияларға йөрөтәм, заказдарымды илтәм, ауылға ла, башҡа ҡалаларға ла йөрөргә тура килә. Ниндәй генә транспортҡа ултырһам да - елдертеп йөрөйөм. Йәш саҡта мотоциклда елдерә торғайным. Барлык водителдәргә лә изге аҡ юл, юлдарҙа йәшел ут теләйем!" - ти Айгөл.