"Мин дә бәләкәйҙән машина йөрөтөргә хыялландым. Шуға ла 16 йәш тулыу менән машина йөрөтөүгә уҡып сыҡтым да, 18 йәш тулғас имтихан тапшырып, көтөп алған водитель таныҡлығын алдым. Хәҙер инде 16 йыл руль артындамын", - тип уртаҡлаша Эльвира.