

"Бәләкәй саҡтан машина йөрөтөргә өйрәнергә тигән хыял бар ине. Аллаға шөкөр, 2021 йылда водитель таныҡлығын уҡып алдым. Хәҙер өс баламды үҙем балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөтәм, - Зәлиә. - Сығышым менән Бөрйән районынанмын. Тыуған яҡҡа юл насар, шуға ла тау-таш араһында йөрөргә тип ҙурҙан машина алдым. Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән рулдә ныҡлы йөрөрмөн әле, Алла бирһә. Руль артында ултырған барлыҡ "Автоледи"ларға йәшел ут һәм тигеҙ юлдар теләйем!"