Матбуғат
26 Октябрь 2022, 05:30

Машина - бик кәрәкле техника

Таныш булығыҙ - Ишәй ауылы һылыуы, Петровскийҙа йәшәүсе Регина Муллағилдина. Ул да бәләкәйҙән машина йөрөтөргә хыяллана.

Машина - бик кәрәкле техникаМашина - бик кәрәкле техника
Машина - бик кәрәкле техника

"Мин дә бәләкәйҙән машина йөрөтөргә хыялландым. Мотоцикл йөрөтә белә инем, хәҙер ул оҫталығым онотолдо инде. Мине йөрөргә өйрәтеүсе булманы, кешегә ҡарап үҙем оҫтарҙым. Тәүге машинам Матиз (автомат) булды. Уның менән бер йыл ҡалаға йөрөп өйрәнеп алғас, иптәшем менән механикалы башҡа машина бүләк итте. Уны бәләкәй ҡыҙым менән һайлап алдыҡ: ҙур булмаған, ҡыҙыл төҫтә, ҡыҙҙарса машина! Балаларҙы мәктәпкә алып барам, һыуыҡ, ямғырлы көндө барып алам. Үҙем байрамдарға заказ буйынса торттар бешерәм, машинам менән алып барып тапшырам. Машина бик кәрәкле техника! Автоледиларға изге юлдар теләйем, - ти Регина.

Машина - бик кәрәкле техника
Машина - бик кәрәкле техника
Машина - бик кәрәкле техника
Автор:
Читайте нас