

"Олатайымдың алдында тракторҙа руль тотоп йөрөгәнем һаман да күҙ алдымда. Ҙурайғас мин дә шофер булам, тип хыяллана инем. Хыялым тормошка ашты, Аллаға шөкөр. Тормош иптәшемә ҙур рәхмәтлемен! Ишембайҙан Әптек ауылындағы балалар баҡсаһында өс йыл тәрбиәсе булып йөрөп эшләнем. Хәҙер ҡалала эшләйем. Йәйен әхирәтемдең тыуған яҡтарына Йылайыр районына никах туйына барып ҡайттык. Машина йөрөткәнемә сикһеҙ шатмын. Барлык водителдәргә лә изге юл, юлдарҙа йәшел ут теләйем!" - ти Фәдилиә.