

- Беҙҙең татыу коллективта туғыҙ кеше. Уҡыусылар һаны - 90. Һуңғы осор, балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, 10-11-се кластарға ҡалыусылар юҡ ине. Быйыл иһә 10-сы класста биш бала уҡый. Мәктәп тормошо гөрләп тора, спартакиада, конкурс, олимпиада булһынмы – бар ерҙә лә әүҙем ҡатнашабыҙ. Уҙған уҡыу йылында уҡыусылар спартакиадаһында беҙҙең мәктәп дүртенсе урын алды. Уҡыусылар ҙур теләк менән төрлө түңәрәктәрҙә лә шөғөлләнә. Уҡытыусыларыбыҙ тәжрибәле, уларҙың күбеһе юғары категориялы белгестәр, үҙ һөнәренең оҫталары, - тип уртаҡлашты мәктәп директоры Гүзәлиә Мөҙәрис ҡыҙы Ҡотошева. – Барлыҡ ауыл мәктәптәрендәге кеүек белгестәргә ҡытлыҡ кисереү мәсьәләһе беҙҙең мәктәпкә лә хас. Һәр беребеҙ алыштырғыһыҙ белгес, үҙ эшебеҙҙе белеп, урынына еткереп эшләйбеҙ. Ағымдағы уҡыу йылында мәктәптә “Заманса мәктәп” федераль проекты буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды. Шулай уҡ спортзалды капиталь ремонтлау өсөн кәрәкле документация әҙерләп тапшырҙыҡ.
Китапханасы Гөлфиә Таһирова һүҙҙәренсә, мәктәп йыл да ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу планын йөҙ процент күрһәткес менән үтәй. Шулай уҡ “Торатау”ҙың Бәйләнештә интернет селтәрендәге төркөмөн дә уҡытыусылар-уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп бара икән, үҙҙәре лә мәктәп яңылыҡтары менән уртаҡлашып тора.
Артабан гәзиткә яҙылыу эстафетаһын Әхмәр мәктәбе коллективы Ишембайҙың 2-се башҡорт гимназия-интернатының “Аҡбуҙат” мәктәпкәсә төркөмөнә тапшырҙы.
Автор фотолары.