Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Сентябрь 2022, 08:00

Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!

Хөрмәтле, төркөмдәштәр! “БЕРЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫҺЫ - 2022!" фотоконкурсында тауыш биреү тамам. 546 тауыш менән Ишембайҙан Аяз Ҡотломөхәмәтов еңеүсе булды!

Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!

Аяз ғаиләһе менән күптән түгел Торатау тауы эргәһендә, Шихан ауылында асылған "Жар-птица" экофермаһын бушлай барып күреү өсөн саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк.

Ул шулай уҡ бөгөн Наш Башкортостан төркөмөндә ойоштороласаҡ конкурстың өсөнсө этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

7-19 сентябрь арауығында төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә барлығы ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Беҙ иһә ошо конкурста ҡатнашҡан ҡыҙҙар-малайҙарға аҡ юл, уҡыуҙарында уңыштар һәм сағыу ваҡиғаларға бай мәктәп йылдары теләйбеҙ! 

Һөҙөмтәләр ошонда: https://vk.com/gazeta_toratay?w=app7198399_-23747558



#беренсе_класс_уҡыусыһы_2022

Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүсе билдәле!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: