Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Сентябрь 2022, 10:10

Республиканың иң яҡшы уҡытыусыһы - ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы уҡытыусыһы!

2022 йылдың майынан июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреүгә конкурс үткәрҙе. Конкурста йәмғеһе 168 уҡытыусы ҡатнашты.

Республиканың иң яҡшы уҡытыусыһы - ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы уҡытыусыһы!
Республиканың иң яҡшы уҡытыусыһы - ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы уҡытыусыһы!

Тарих фәндәре кандидаты Андрей Юрьевич Бабушкин - ҡала мәктәптәре уҡытыусылары араһында конкурс еңеүсеһе тип билдәләнде. Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалы уҡытыусыһы жюри ағзаларына белем биреү процесының юғары сифатын тәьмин итеүсе үҙенең педагогик эштәрен күрһәтте.

 

Фото: https://vk.com/ifusatu

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: