Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Август 2022, 22:15

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!

Йәйҙең һуңғы минуттарында төркөмдә үткәргән "Уңышлы баҡсам" фотоконкурсына йомғаҡ яһайбыҙ. Шулай итеп, дуҫтар, 299 тауыш менән Алаҡай ауылынан Гөлсинә Ильясова еңеүсе булды! 267 тауыш йыйыусы Ишәй ауылынан Әлфиә менән Ришат Йәнбирҙиндар икенсе урын алды.

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!

Уңған хужабикә Гөлсинә Ильясоваға бағымсыбыҙ - Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан "Визитка" типографияһы (https://vk.com/vizitka_str_ru) йортҡа адреслы таҡта әҙерләп тапшырасаҡ! Йәнбирҙиндар ғаиләһенә - Стәрлетамаҡ ҡалаһының Гагарин ял паркына 1000 һумлыҡ сертификат. Шулай уҡ еңеүселәр менән гәзит биттәрендә баҡсанан бай уңыш алыу серҙәре тураһында әңгәмә лә ҡорасаҡбыҙ.

Ҡатнашыусыларыбыҙҙың барыһына ла афарин тибеҙ! Баҡсағыҙҙа тырышып үҫтергән мул уңыштың изгелеген күреп, ғаиләгеҙ, туғандар-дуҫтар менән бер табын артында йыйылып ауыҙ итергә насип булһын.



#уңышлы_баҡсам

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: