Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Август 2022, 12:15

Беҙҙең төркөмдә яңы конкурс!

Хөрмәтле, төркөмдәштәр! Белем көнө, яңы уҡыу йылы башланыуы уңайынан төркөмдә “БЕРЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫҺЫ - 2022!" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ.

Беҙҙең төркөмдә яңы конкурс!
Беҙҙең төркөмдә яңы конкурс!

Быйыл мәктәпкә беренсе класҡа барасаҡ балаларығыҙҙың фотоларын беҙгә ебәрегеҙ. Исем-фамилияғыҙҙы, ҡайһы мәктәптән икәнегеҙҙе яҙығыҙ.

7 сентябрҙә беҙ төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү иғлан итәсәкбеҙ, һөҙөмтәләр 18 сентябрҙә билдәле буласаҡ! Еңеүсене редакцияның махсус бүләге көтә һәм ул шулай уҡ конкурстың өсөнсө этабында ҡатнашып, республика кимәлендә көс һынашасаҡ. Унда Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттары араһында еңеүсене билдәләйҙәр.

Башланыҡ!


#беренсе_класс_уҡыусыһы_2022

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: