Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Август 2022, 16:00

"Уңышлы баҡсам" фотоконкурсы

Йәйҙең һуңғы айына ла аяҡ баҫтыҡ, дуҫтар. Август - уңыш айы, беҙҙең хеҙмәткә баһа бирә торған ай ул, килешәһегеҙме? Тап ошо осор яңы бәрәңге ашайбыҙ, түтәлдәрҙә ҡыяр өлгөрә, помидорҙар ҡыҙарып ултыра. Хужабикәләр һарымһаҡ, һуған алыу менән мәшғүлдәр, төрлө емештәрҙән ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләйҙәр.

"Уңышлы баҡсам" фотоконкурсы
"Уңышлы баҡсам" фотоконкурсы

Баҡса темаһын дауам итеп, төркөмдә "Уңышлы баҡсам" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ. Бөгөндән алып 17 августҡа тиклем һеҙҙән баҡсағыҙҙа үҫтергән йәшелсә-емешле фотолар көтәбеҙ. Үҙегеҙ менән таныштырып яҙырға ла отонмағыҙ. 18-21 августа төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсегә редакциябыҙҙың махсус бүләген тапшырып, гәзит биттәрендә баҡсанан мул уңыш алыу серҙәре тураһында әңгәмә ҡорорбыҙ.



#уңышлы_баҡсам

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: