Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Июль 2022, 23:36

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!

Йорт алдында аллы-гөллө сәскәләрҙән ожмах мөйөшөн теләгән һәр кеше яһай ала. Бының өсөн тырышлыҡ, сабырлыҡ һәм фантазия кәрәк. "Аллы-гөллө ихатам" фотоконкурсы районыбыҙҙа тырыш, уңған халыҡ йәшәгәнен йәнә бер иҫбатланы.

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!

Шулай итеп, теүәл 22.00 сәғәттә "Аллы-гөллө ихатам" фотоконкурсында тауыш биреүҙе туҡтаттыҡ. 508 тауыш менән Кинйәбулат ауылынан Светлана һәм Винер Юлмөхәмәтовтар еңеүсе булды! 488 тауыш йыйыусы Этҡол ауылынан Филүс һәм Эльвира Аҫылғужиндар лайыҡлы рәүештә икенсе урын алды. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, дүрт көн дауамында барған тауыш биреүҙә тап ошо ике ғаилә бер тигеҙ алдынғылыҡта килде. Уларҙың ихаталары, ысынлап та, ожмахтың үҙе!

Яҡташтарыбыҙҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә, шулай уҡ "Торатау" гәзите биттәрендә улар тураһында мәҡәлә донъя күрәсәк.

Махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә 2800-ҙән ашыу төркөмдәшебеҙ ҡатнашты.

Һөҙөмтәләр ошонда: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll62e0dfbbb82e1213936b74f4



#аллы_гөллө_ихатам

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: