Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Июль 2022, 15:00

“Торатау”ҙы яратып уҡыйым, - ти Көҙән ауылынан Минзилә Ғатауллина.

2022 йылдың икенсе ярты йыллығына “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында уҙғарылған бүләк отошта Көҙән ауылынан Минзилә Ғатауллина өлөшөнә үтек төшкәйне. Ошо көндәрҙә ул редакцияға килеп бүләген алып китте.

“Торатау”ҙы яратып уҡыйым, -  ти Көҙән ауылынан Минзилә Ғатауллина.
“Торатау”ҙы яратып уҡыйым, - ти Көҙән ауылынан Минзилә Ғатауллина.

- “Торатау” гәзитен уҡыуға һөйөүҙе бала саҡтан уҡ атай-әсәйем уятты. Әлеге көнгә тиклем үҙем дә яратып яҙылам. Гәзит аша район, республика, илдәге яңылыҡтар менән танышам, ҡотлауҙар рубрикаһын яратып ҡарайым, тәрән мәғәнәле хикәйәләрҙе ҡалдырмай уҡыйым. Элегерәк почта бүлексәһендә эшләгәндә күп дуҫтарымды, туғандарымды, ауылдаштарымды районыбыҙ гәзитенә яҙҙырҙым. Улар ҙа гәзитте йыл һайын алдыра, яратып уҡыйҙар. Редакция коллективына ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Артабан да ошондай конкурстар булып торһон, - тигән теләктәрен еткерҙе Минзилә Йәғәфәр ҡыҙы.


Автор фотоһы.

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: