Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Июль 2022, 10:00

Ауыл хәбәрҙәре

.    

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Араларҙың йыраҡлығын
Кем генә белә.
Алыҫтарҙан сәләм-хатты
Кем алып килә.
Почтальон, почтальон,
Почтальон ғына белә лә
Почтальон алып килә...

Эйе, борондан почтальондар оло хөрмәткә лайыҡ. Беҙҙең өсөн бик кәрәкле кешеләр улар. Шулай булмай һуң, ауыл кешеләренең бөтә йомошо почтальонға төшә.

Беҙҙең Яңы Һәйет ауылы Ҡолғонанан алыҫ арауыҡта урынлашҡан. Төрлө йомош, справкамы, дарыумы, китапхананан китапмы - ниндәй генә йомош булһа ла почтальоныбыҙ Айрат Зиннур улына мөрәжәғәт итәбеҙ. Бер ваҡытта ла йомошто кире ҡаҡмаҫ ихлас күңелле, ярҙамсыл кеше ул. Гәзит-журналдар ваҡытында, һандары теүәл килә.

Үҙ эшенә яуаплы ҡараған Айрат Зиннур улы ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһына барып, эше буйынса Рәхмәт хаты алып ҡайтты. Афарин!

 

Фото: https://vk.com/club144787874

Автор:Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: