Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Июль 2022, 16:10

"Аллы-гөллө ихатам" фотоконкурсы

Дуҫтар, сәскәләр ҙә ҙур хеҙмәт емеше ул, шулаймы? Тирә-йүнгә күпме матурлыҡ, кәйеф өләшәләр! Гөл - сәскәгә тулған ихата йорт хужаларының тырыш һәм тынғыһыҙ булыуына, уларҙың гүзәллек яратыуына ишара.

"Аллы-гөллө ихатам" фотоконкурсы
"Аллы-гөллө ихатам" фотоконкурсы

Әлеге мәл ниндәй сәскәләр һөйөндөрә баҡсағыҙҙа? Ихатағыҙҙа үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән матурлыҡты беҙ ҙә күрәйек! "Аллы-гөллө ихатам" фотоконкурсы тап һеҙҙең өсөн.

Бөгөндән алып 26 июлгә тиклем һеҙҙән фотолар көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән таныштырып китергә лә онотмағыҙ ???? 27-31 июлдә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакцияға ҡунаҡҡа саҡырып, махсус бүләгебеҙҙе тапшырып, гәзиткә мәҡәлә яҙасаҡбыҙ.



#аллы_гөллө_ихатам

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: