Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июль 2022, 14:00

Бүләктәрҙең эйәләре билдәле!

Ҡәҙерле дуҫтар!

Бүләктәрҙең эйәләре билдәле!
Бүләктәрҙең эйәләре билдәле!

2022 йылдың икенсе ярты йыллығына “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында редакцияға килгән квитанциялар буйынса бүләк отошто уҙғарып ебәрҙек. Бүләктәребеҙ һәр ваҡыттағыса тормош-көнкүрештә кәрәкле тип тапҡан әйберҙәрҙән торҙо.

Шулай итеп, иң эре бүләктәребеҙҙең береһен – ике конфоркалы электр плитаһын Үрге Әрмет ауылынан (Совет урамы, 44) Марс Вәхитов отто. Сәлих ауылынан (Күпер урамы,6) А.Х. Ибраһимова - үлсәүгә, Көҙән ауылынан (Беренсе Май урамы, 11) Минзилә Ғатауллина - үтеккә, Уразбай ауылынан (Йәштәр урамы,11) Рәсимә Аубаева - вафельницаға, Әхмәр ауылынан (Урал урамы,4) Назия Рәхимова - электр сәйнүгенә, Әрметрәхим ауылынан (Мәктәп урамы, 19) Әминә Бикбулатова пледҡа эйә булды. Ишембай ҡалаһынан (Йәштәр урамы,2) Гөлнур Ҡотлоеваға – Кукмара табаһы, Ибрай ауылынан (Үҙәк урам, 26) Клара Ибраһимоваға таҫтамалдар наборы, Кинйәкәй ауылынан (Беренсе Май урамы,29) Мөхәмәт Кинйәбаевҡа сәй сәйнүге, ошо уҡ ауылдан Р. Нурғәлина (Йылға урамы,22) – сәй менән кофе, Ғүмәр ауылынан Нәсимә Ғәбитова (Баҡса урамы,28) – батмус, Кинйәбулат ауылынан Юрис Ҡолмәнбәтов сәй менән кофеға эйә булды.

Бүләктәрҙе редакциянан (Совет урамы, 88, 3-сө ҡат, бүлмә) килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән тейешле документтарығыҙҙы (паспорт, СНИЛС, ИНН) алырға онотмағыҙ.

Бүләктәрҙең эйәләре билдәле!
Бүләктәрҙең эйәләре билдәле!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: