Матбуғат
5 Июль 2022, 08:30

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!

Һәр ауылдың абруйлы кешеләре була. Улар үҙҙәренең булмышы менән тормошто мәғәнәлерәк итә, башҡаларҙы алға әйҙәй. Ундайҙарға күңел тартыла . Һүҙем ошондай кешеләрҙең береһе, Этҡол ауылында тыуып-үҫкән ағайыбыҙ, бабайыбыҙ Ғарифуллин Рәсүл Ғосман улы хаҡында.

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!

1952 йылдың 8 июнендә Этҡол ауылында Ғосман һәм Ғөбәйҙә Ғарифуллиндарҙың алты балалы ғаиләһендә төпсөк улдары Рәсүл донъяға килә. Атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, әсәһе - тыл, хеҙмәт ветераны. Был тормошта уңышҡа өлгәшеүҙең сере бала саҡтан хеҙмәт аша һалына, тигән фекерҙә ағайыбыҙ. “Атайым, әсәйем колхозда тир түктеләр. Ағайҙарым, апайҙарым менән атай-әсәйҙең төп ярҙамсылары булып үҫтек”, -тип хәтерләй ул бала сағын.

Мәктәптә, техникумда уҡығанда ла, армияла хеҙмәт иткәндә лә бәләкәйҙән һеңгән яуаплылыҡ тойғоһо уңыштарға юл аса. Хеҙмәт юлын ул тыуған ауылында малсы булып башлай.

Бүздәк ҡыҙы Рәзинә еңгәбеҙ йүнәлтмә буйынса медсестра булып ауылға эшкә килә. Йәштәр өйләнешеп, гөрләтеп йәшәй башлайҙар. Төп нигеҙҙә ҙур, иркен, бөтә уңайлыҡтары булған йортта әле лә бәхетле ғүмер кисәрәләр. Ғарифуллиндар ғаиләһенең ҡотон арттырып өс бала донъяға килә. Балалар үҫтереү, эштә яуаплы бурыстар аҡтарыу Рәсүл ағайыбыҙға юғары белем алыуға кәртә булмай. Ситтән тороп Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. “Ҡыҙыл Урал” колхозының гөрләп торған осоронда эшләнем”, - тип хәтерләй ул.

Үҙенә лә, коллективҡа ла талапсан, белемле, уңған, кешелекле ағайыбыҙ яуаплы вазифаларҙа эшләй. Бригадир, ферма мөдире, баш зоотехник, ауыл Советы депутаты була. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, тырышлығы юғары баһалана. Хеҙмәтен Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары иҫбатлай. Ағайыбыҙ йыр-моңға маһир, рухлы, мәҙәниәтле. Республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа призлы урындар яулаһа, Этҡол мәҙәниәт йортонда төрлө ролдәрҙә уйнарға, концерттарҙы алып барырға ла ваҡыт таба ине.

Рәзинә еңгәбеҙ ғүмерен яҡташтары һаулығын һаҡлауға арнаны. Ул әле лә мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер.

Ҡәҙерлеләребеҙ балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, яҡындарының уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр. Балалары етеш тормошта, матур итеп донъя көтәләр.

Шамил, Тимур, Элина Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, эшләп йөрөйҙәр. Алина - Ҡазан ҡалаһында Ҡазан федераль университеты студенты. Буласаҡ табип. Дания Башҡорт дәүләт педагогия университетында тәржемәсе һөнәрен үҙләштерә. Исмәғил, Эльгина - мәктәп уҡыусылары. “Бөтәһе лә ҡәҙерле, ҡайтыуҙарын һағынып көтөп алабыҙ”, - ти улар. Өләсәй-олатай булыуҙың ни тиклем татлы икәнлеге ярылып ята был һүҙҙәрҙә.

Рәсүл ағайыбыҙ күптән инде дин юлында. Был өлкәлә лә үҙен һынатмай. Мәсетте, ауыл зыяраттарын төҙөкләндереүҙе әүҙем ойоштороусы ла ул. Хужалыҡты ҡыҫҡарттыҡ, тип тик ултыра торғандарҙан түгел Ғарифуллиндар. Баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр.

Рәсүл ағайыбыҙ менән Рәзинә еңгәбеҙҙең киң күңелле, йылы өйө кемдәрҙе генә һыйындырмай. Туғандарына һәм дуҫтарына аш-һыуы һәр саҡ әҙер, матур кәңәштәре етерлек. Бер-береһенә ҡарата һөйөү менән һуғарылған бәхетле яҡындарыбыҙ менән аралашҡандан һуң, матур йәшәү серҙәре менән ҡыҙыҡһындым. “Иң мөһиме -бер-береңде ихтирам итеү, яратыу, ышаныслы булыу”, - тип яуапланы Ғарифуллиндар бер төптән.

Өлгөлө ғаиләләрҙең береһе йәшәй Этҡол ауылында. Матурлыҡ һәм уңғанлыҡ, һөйөү һәм мөхәббәт, бер-береңә ҡарата ихтирам иткән ҡәҙерлеләребеҙҙән һәр кем үҙенә нур алып сығалыр. Ағай, еңгә беҙгә лә ҙур терәк, таяныс.

Ҡәҙерлеләребеҙҙе - Рәсүл ағайҙы 70 йәшлек юбилейы, ә еңгәбеҙҙе тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ауылдаштарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың ихтирамында, хөрмәтендә, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелегендә ҡулға-ҡул тотоношоп атлау бәхетен кисереп, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә.

Һәр ғүмерҙең ҡышы, көҙө була,
Ә һеҙҙеке һаман йәй килеш.
Кешелеклек, кеселеклек һеҙҙе
Йәшәтәлер шулай йәш килеш.

 


Изге теләктәр менән ҡустың Рәфҡәт, киленең Зифа, ҡыҙың Миләүшә, улың Заһир.

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Автор:
Читайте нас