Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Июнь 2022, 09:00

Райондың иң оҫта балыҡсыһы кем булыр?

Рәсәйҙә йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә Балыҡсы көнө билдәләнә. Быйыл был көн 10 июлгә тура килә. Шул уңайҙан төркөмдәштәребеҙ араһында "Иң оҫта балыҡсы" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ.

Райондың иң оҫта балыҡсыһы кем булыр?
Райондың иң оҫта балыҡсыһы кем булыр?

Бөгөндән алып 1 июлгә тиклем балыҡсыларҙан үҙҙәре тотҡан табыш менән фотолар көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән таныштырып та китегеҙ ????

???? 2-5 июль арауығында төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакциябыҙҙың махсус бүләге көтә һәм гәзит биттәрендә уның тураһында мәҡәлә донъя күрәсәк ????

???????????? Эре балыҡ ҡабып торһон, дуҫтар!

#иң_оҫта_балыҡсы

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: