

Сараға килеүселәрҙе ретро-фотолар күргәҙмәһе, өлкәндәр һәм балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар, мауыҡтырғыс викторина, квест, музыканттарҙың һәм ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары, ҙур байрам торты һәм башҡалар көтә. Байрам 10 июндә 17.00 сәғәттә Ишембайҙың Ленин исемендәге майҙанында ойошторола. Редакция менән бергә гәзиттең юбилейын билдәләргә барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Үҙенсәлекле һәм күңелле сара буласаҡ!