Матбуғат
5 Июнь 2022, 17:10

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!

"Бәхетле булһын балалар!" фотоконкурсында тауыш биреү тамам. 765 тауыш менән Мәликә (3 йәш) һәм Әминә (2 йәш) Амантаевалар еңеүсе булды!

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!

Тауыш биреүҙең һуңғы минуттарына тиклем алдынғылыҡта килеп, 735 тауыш йыйған Рамина Мырҙабаеваны ла еңеүсе итеп билдәләйбеҙ!  

Еңеүселәрҙе редакцияға ҡунаҡҡа саҡырып, махсус бүләк тапшырып, "Торатау" биттәрендә улар тураһында мәҡәлә донъя күрәсәк.

2-5 июнь арауығында төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә барлығы 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты! Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ балалар ҙа матур, тырыш, өлгөр, илһөйәр, шаяндар һәм, әлбиттә, һәр береһе еңеүгә лайыҡ. Һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ ул-ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтереүсе атай-әсәйҙәргә, өләсәй-олатайҙарға рәхмәтлебеҙ. Конкурстанттар өсөн тауыш биреүсе туғандары-дуҫтарына ла рәхмәт еткерәбеҙ!

Һөҙөмтәләр ошонда: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll629826f519e1b37e5f1de816

https://vk.com/app7198399_-23747558#poll629826f519e1b37e5f1de816

 

Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Тауыш биреү тамам. Еңеүселәр билдәле!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас