Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Май 2022, 12:00

Викторина еңеүселәре тәбрикләнде

Быйыл 16 июндә башҡорт нефтенең асылыуына 90 йыл тулды. Ҡалабыҙҙы нефть төбәге итеп танытҡан шәхестәрҙе, нефть сәнәғәтенең нисек барлыҡҡа килеү тарихын киләсәк быуынға еткереү маҡсатында, нефтселәр тураһында белеү тик файҙаға булыр тип, “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының ветерандар советы “Торатау” гәзите менән берлектә “Нефтең күп һинең, Ишембай!” тип аталған викторина ойошторғайны. Ошо көндәрҙә “Торатау” гәзите редакцияһында уға һығымта яһалды.

Викторина еңеүселәре тәбрикләнде
Викторина еңеүселәре тәбрикләнде

Йөкмәткеле, төплө, күләмле яуап биреүселәрҙең тырыш хеҙмәте, Ишембай һәм республика нефтселәренең тарихына битараф булмауҙары асыҡ сағылды был сарала.
Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Беренсе урын Петровский ауылынан ветеран-уҡытыусы Светлана Кәримоваға бирелде. Икенсе урынды Кинйәбулат
урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Элиза Ғиниәтуллина яуланы. Өсөнсө урынға Рәсәй геройы А.В.Доставалов исемендәге кадет корпусының география уҡытыусыһы Юнир Ғәрифуллин сыҡты. Викторина һорауҙарына әүҙем яуап биргән Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс
уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин һәм Ишембай районы муниципаль районының мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Гөлмирә Ғөбәйҙуллина ҡатнашҡандары өсөн диплом һәм бүләктәр менән билдәләнде. Аҙаҡ күмәкләп фотоға төшөү һәм сәй табыны артында әңгәмәләшеү бик йылы шарттарҙа үтте.

Ошо күркәм сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн “БашнефтьДобыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы В.Горбатовҡа, йәмғиәттең беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе А.Свечниковҡа, ветерандар советы рәйесе М.Ҡолиәхмәтовҡа, “Торатау” гәзите редакцияһы коллективына һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ.



Гөлнора ЙӘМИЛЕВА фотолары.

Викторина еңеүселәре тәбрикләнде
Викторина еңеүселәре тәбрикләнде
Автор:Юнир ТИМЕРБУЛАТОВ.
Читайте нас: