Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Май 2022, 17:00

Тормошта һәр саҡ еңеүсе!

Ошо көндәрҙә гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль төркөмөндә үткән «Рәхмәт, тәрбиәсем!» фотоконкурсына йомғаҡ яһалды. Унда «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Әхмәтова 872 тауыш йыйып еңеүсе булды!

Тормошта һәр саҡ еңеүсе!
Тормошта һәр саҡ еңеүсе!

Әлфиә Вилдан ҡыҙы – ошо мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында тәрбиә эшенә 27 йыл хеҙмәтен бағышлаған оло йөрәкле педагогтарҙың береһе. «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһының ойошторолоу тарихын, тәүге сығарылыш тәрбиәләнеүселәрен бөгөнгәсә иҫләй ул.

- Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер элекке балаларымдың үҙҙәренең балаларын тәрбиәләйем. Яңыраҡ ҡына 31 йәшлек тәүге сығарылыш тәрбиәләнеүсемде осратып шатландым. Улар – бөтәһе лә миңә ҡәҙерле, - тип ихлас уртаҡлашты Әлфиә Вилдан ҡыҙы.

Педагог, тәрбиәсе Әлфиә Әхмәтова балаларҙы юғары кимәлдә әҙерләгәне өсөн күп тапҡыр муниципаль район хакимиәтенең, мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 2019 йылда Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты ойошторған сара сиктәрендә ул «Йыл тәрбиәсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо конкурста ҡатнашҡан барлыҡ тәрбиәселәргә рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ!


Автор фотоһы.

#рәхмәт_тәрбиәсем

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: