Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Апрель 2022, 12:00

Үҙ һөнәренә тоғро тәрбиәсе

Биксән дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Таһирова - "Рәхмәт, тәрбиәсем!" конкурысының сираттағы ҡатнашыусыһы.

Үҙ һөнәренә тоғро тәрбиәсе
Үҙ һөнәренә тоғро тәрбиәсе

- Мин шул тиклем балаларҙы яратам. Ял көндәрендә лә уларҙы һағынып өлгөрәм. Балаларҙың килеп инеү менән ҡосаҡлап алыуҙары күңелемде ҡанатландырып
ебәрә. Ата-әсәләргә ҡәҙерле сабыйҙарын ышанып тапшырыуҙарына ҙур рәхмәт, - ти ул. - Ситтән ҡарағанда тәрбиәсе эше еңел һымаҡтыр. Кәрәк саҡта, балалар менән уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа, шаяртып та алабыҙ. Ләкин яуаплылыҡ та ҙур. Мәктәпкәсә йәштә баланың күңеле бик тә һығылмалы. Уға ниндәй йүнәлеш бирәһең, ул шул яҡҡа борола. Тап ошо мәлдә уның күңеленә асҡыс таба белергә, изгелек орлоҡтары сәсеп ҡалып өлгөрөргә кәрәк. Һәр бер бала үҙенсәлекле, һәр береһенең үҙенең һәләте бар. Бары тик уны күреп, үҫтерергә юл асырға кәрәк. Холоҡтары ла төрлөсә. Минең килеп сыҡмай, тип үҙҙәренең көсөнә бик ышанмағандарҙың күңелдәрен үҫтереп, ышаныстарын арттырыу ҙа тәрбиәсенең бурысы.

Егерме туғыҙ йыл балалар баҡсаһында хеҙмәт итеүсе Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙының эшен төрлө маҡтау ҡағыҙҙары биҙәй. Ә шулай ҙа ата-әсәйҙәрҙең рәхмәте, сабыйҙарҙың ашҡынып балалар баҡсаһына килеүҙәре -  Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙының эшенә иң ҙур баһа.

 

Резеда Шәнгәрәева фотоһы

Автор:
Читайте нас: