Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Апрель 2022, 16:00

Тәрбиәсе эше - мөһим һәм яуаплы

Ҡалабыҙҙың 28-се балалар баҡсаһында эшләүсе беҙҙен яратҡан тәрбиәсебеҙ Әнисә Маннаф ҡыҙы Янгуразова тураһында һүҙебеҙ.

Тәрбиәсе эше - мөһим һәм яуаплы
Тәрбиәсе эше - мөһим һәм яуаплы

Һеҙҙең һөнәр - мөһим һәм яуаплы: көн һайын балаларға иғтибар, күңел йылыһын биреп, уларға тәүге аҙымдарын яһарға ярҙам итәһегеҙ. Күпме бала – шул сама холоҡ. Уларға яраҡлашырға тырышып, уны шәхес итеп тәрбиәләргә күп көс һалаһығыҙ.

Изге эшегеҙ, киләсәкте тәрбиәләүгә индергән тос өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле тәрбиәсебеҙ! Киләсәктә лә ҙур уныштар, мәңге һүнмәҫ ижад, балалар мөхәббәте юлдаш булһын!

Атай-әсәйҙәр, балалар исеменән Әнисә Маннаф ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!


Рәсимә Ғилманова

Тәрбиәсе эше - мөһим һәм яуаплы
Тәрбиәсе эше - мөһим һәм яуаплы
Тәрбиәсе эше - мөһим һәм яуаплы
Автор:
Читайте нас: