Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Апрель 2022, 10:00

Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде

.

Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде
Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде

Тәрбиәсе тигән гүзәл исем
Бирелмәгән һеҙгә һис юҡҡа,
Өйрәтәһегеҙ һеҙ балаларҙы
Яҡшылыҡҡа, әҙәп, тәүфиҡҡа.

Алина Фәнис ҡыҙы Михель менән Рүзилә Фәрит ҡыҙы Вәхитова ҡалабыҙҙың 25-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйҙәр.

Һәр иртә һайын улар беҙҙе йылмайып ҡаршы ала, балаларҙың хәл-яңылыҡтарын һорашып төркөмгә оҙата. Кескәйҙәрҙең һәр береһе менән уртаҡ тел табып, улар менән яҡын аралаша белгән Алина Фәнис ҡыҙы менән Рузилә Фәрит ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел. Үҙҙәре лә йәш кенә булған тәрбиәселәр кескәйҙәр өсөн ысын дуҫтарға әйләнде. Шунлыҡтан бергә әҙерләнеп ойошторған барлыҡ байрам-иртәлектәр ҙә юғары кимәлдә, сағыу һәм иҫтәлекле үтә. Баҡсанан ҡайтҡан балалар атай-әсәйҙәренә өйрәнгән яңы әкиәттәрен һөйләп ишеттерә, отҡан яңы һөнәрҙәре менән маҡтана. Ә инде беҙҙең өсөн баланың ҙур теләк менән баҡсаға йөрөүө, бар яҡлап та үҫешеүе үҙе ҙур ҡыуаныс!

Тәрбиәселәребеҙгә ихлас рәхмәтлебеҙ, эштәрендә уңыштар, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ!



25-се балалар баҡсаһының 8-се төркөм атай-әсәйҙәре.

Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде
Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде
Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде
Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде
Тәрбиәселәребеҙ балалар өсөн ысын дуҫтарға әйләнде
Автор:
Читайте нас: