Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Апрель 2022, 22:00

Тәрбиәсебеҙ яҡты ҡояш кеүек, күңелде наҙлап йылыта

"Рәхмәт, тәрбиәсем!" конкурысынң сираттағы ҡатнашыусыһы менән таныштырабыҙ.

Тәрбиәсебеҙ яҡты ҡояш кеүек, күңелде наҙлап йылыта
Тәрбиәсебеҙ яҡты ҡояш кеүек, күңелде наҙлап йылыта

Балаларыбыҙҙың яратҡан тәрбиәсеһе Рәмилә Мәүлит ҡыҙы Ишматова ҡалабыҙҙың 34-се "Ҡояшлы" балалар баҡсаһында эшләй. Ул - тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе. Кескәйҙәрҙең һәр береһе менән еңел уртаҡ тел таба, уларҙы үҙ балаларылай ярата. Үҙ йөрәк йылыһын бүләк итеп, холоҡтарына нигеҙ һала, һәләттәрен үҫтерә.

Балалар баҡсаһында, ҡалала, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа тәрбиәләнеүселәре менән ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулайҙар.

Атай-әсәйҙәр, балалар исеменән уға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!



Зөлфиә Фәхретдинова.

Автор:
Читайте нас: