

Рәзилә Ғәлимрахман ҡыҙы күп йылдар ҡалабыҙҙың 25-се балалар баҡсаһында «Йөрәгемдең йылыһын балаларға бирәм» девизы аҫтында кескәйҙәрҙе тәрбиәләй.
Ул оло йөрәкле, матур тәбиғәтле, балаларҙы яратыусы шәхес! Башҡорт төркөмөндә ул балаларҙы туған телгә өйрәтә, тыуған илгә мөхәббәт, ололарға ҡарата ихтирам тәрбиәләй.
Балалар баҡсаһында, ҡалала, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа балалар менән ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулайҙар.
Ата-әсәләр, балалар исеменән уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!