Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Апрель 2022, 21:30

Тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе

Беҙ балаларыбыҙҙың яратҡан тәрбиәсеһе Люмила Виктор ҡыҙы Плохова тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Ул ҡалабыҙҙың 25-се балалар баҡсаһында 1988 йылдан алып эшләй.

Тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе
Тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе

Людмила Виктор ҡыҙы тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе. Уның девизы: “Һөнәрһеҙ бала юҡ, һөнәре куренмай ҡалған бала бар”.

Балалар баҡсаһында, ҡалала, республика конкурстарында призлы урындар яулау тәрбиәсенең юғары белемле шәхес икәнен асыҡлай.

Людмила Виктор ҡыҙы балаларҙы дөрөҫлөкте яҡларға, тирә-йунгә иғтибарлы, асыҡ ҡарашлы булырға өйрәтә. Һәр бала тулы шәхес, дуҫ, бер-береһенә ярҙамсы булып үҫә.

Тәрбиәсе балаларға уҙенең тәжрибәһен генә тугел, ә йәнен бирергә әҙер. Балалар, ата-әсәйҙәр уға ихлас рәхмәтле!

Тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе
Тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе
Тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе
Тәжрибәле һәм изге йөрәкле тәрбиәсе
Автор:Юлиә Стамати
Читайте нас: