

Рәзилә Николай ҡыҙы тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре яҙырға була. 30 йыл хеҙмәт юлын Ҡанаҡай балалар баҡсаһына бағышлаған мәртәбәле, тәжрибәле тәрбиәсе ул. Ҙур яуаплылыҡ менән, эшенә мөкиббәт киткәне өсөн ауыл халҡы ла, хеҙмәттәштәре лә уны хөрмәт итә, кескәйҙәр ярата. Әйткәндәй, Рәзилә Николай ҡыҙы "Герой әсә"лә! 3 ҡыҙ, 2 малайға ғүмер бүләк итеүсе яҡшы әсә, тоғро ҡатын, өлгөлө хеҙмәткәр.
Балалар баҡсаһында ул һәр бала менән уртаҡ тел таба, уларҙы үҙ балаларылай ярата, ҡыҙҙар-малайҙарҙы бөтә яҡлап та аса, төрлө яҡтан "үҫтереүгә" бөтә көсөн һала, таланттарын арттыра, йырларға-бейергә өйрәтә. Көндә балаларға йөрәк йылыһын бүләк итеп, холҡтарына нигеҙ һала, һәләттәрен үҫтерә.
Рәзилә Николай ҡыҙы бәләкәс тәрбиәләнеүселәре менән берлектә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға өлгәшә. Быға асыҡ миҫал булып бик күп диплом, грамоталары, маҡтау һүҙҙәре әйтеп тора.
Эшенән тыш, ваҡыт табып, ауылда үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаусы ла ул Рәзилә Николай ҡыҙы!