Матбуғат
26 Апреля 2022, 18:30

Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

.

Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

5 май Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә үтәсәк «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң «Йыр өсөн һәм тыуған Ер өсөн - мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» тип исемләнгән тамашаға ике кешелек саҡырыу ҡағыҙын осраҡлы рәүештә төркөмдәшебеҙ Лилиә Латыпова (https://vk.com/id251714200) отто.

6 май иһә театр-концерт берләшмәһе артистары ҡуясаҡ Ф.Бүләковтың "Эх, күгәрсенкәйҙәрем" комедияһына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы Әлфиә Насыроваға (https://vk.com/id78921603) эләкте.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт: https://vk.com/gazeta_toratay?w=wall-23747558_100725. Еңеүселәрҙе Рандомайзер махсус ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнек.

Бөйөк Еңеү көнөнә арналған ошо матур тамашаларҙан ситтә ҡалмайыҡ, барып күрәйек!

 

Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас