Матбуғат
22 Апрель 2022, 09:30

Балаларҙы милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлеп тәрбиәләй

"Рәхмәт, тәрбиәсем!" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы менән таныштырабыҙ.

Балаларҙы милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлеп тәрбиәләйБалаларҙы милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлеп тәрбиәләй
Балаларҙы милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлеп тәрбиәләй

Тәрбиәсе Рәсилә Ибәтуллина "Аҡбуҙат"башҡорт балалар баҡсаһына эшкә килгәндән бирле "Бәләкәй артист" исемле театр түңәрәген етәкләй. Һуңғы йылда уға музыка дәресе лә йөкмәтелә. Кескәйҙәр менән башҡорт халыҡ йолаларын, әкиәттәрен сәхнәләштереү – үҙе бер оло ҡыуаныс.

- Бәләкәй саҡтан уҡ тамашасы аудиторияһы алдында сығыш яһарға ынтылдым. Әле булһа иҫләйем: ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, уларға йә дәрес үткәрәм, йә концерт ҡуям. Шулай итеп, миндә уҡытыусы һәм артист булыу теләге бер юлы барлыҡҡа килде. Бөгөнгө тормошома ҡарайым да теләгем ҡабул булды бит тип һөйөнәм. - ти Рәсилә Сәғит ҡыҙы. – Балалар менән дә үҙебеҙ артист, үҙебеҙ тамашасы булып төрлө әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерәбеҙ. Беҙҙең "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, йыл һайын "Ҡаҙ өмәһе", "Бәпес күреү", "Ҡатыҡ тәмләү", "Кәкүк сәйе", "Ҡарға бутҡаһы" кеүек сараларҙы ойоштороп торабыҙ. Кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә һәр байрамды түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

 

Автор фотоһы

Балаларҙы милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлеп тәрбиәләй
Балаларҙы милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар бүлеп тәрбиәләй
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас